ҠЫШ

10
ҠЫШ

description

ҠЫШ. Ҡыш — һыуыҡ йыл миҙгеле. Көҙ менән яҙ араһындағы дүрт миҙгелдең береһе. Өс айҙан тора: төньяҡ ярымшарҙа - декабрь, ғинуар һәм февраль. Ҡышҡыһын ғәҙәттә ҡар яуа һәм һауа температураһы түбән була. Астрономик ҡыш төньяҡ ярымшарҙа 22 декабрҙән 21 мартҡа тиклем дауам итә. - PowerPoint PPT Presentation

Transcript of ҠЫШ

Page 1: ҠЫШ

ҠЫШ

Page 2: ҠЫШ

Ҡыш — һыуыҡ йыл миҙгеле. Көҙ менән яҙ араһындағы дүрт миҙгелдең береһе.

Page 3: ҠЫШ

Өс айҙан тора: төньяҡ ярымшарҙа - декабрь, ғинуар һәм февраль.

Page 4: ҠЫШ

Ҡышҡыһын ғәҙәттә ҡар яуа һәм һауа температураһы түбән була.

Page 5: ҠЫШ

Астрономик ҡыш төньяҡ ярымшарҙа 22 декабрҙән 21 мартҡа тиклем дауам итә.

Page 6: ҠЫШ
Page 7: ҠЫШ

Рәми   Ғарипов 

  Ҡыш  ҡылдары Шығыр-шығыр  ҡыш  та үтеп бара, Тик урманды ҡылау һырыған. Үҙәгемә сасҡау үтмәһен тип, Ҡарағайға ҡайын һырыға...

Ә ҡыҙҙарҙың унда эше лә юҡ, Елдерәләр йылғыр саңғыла. Бәҫ-томанға сумып юғалғанда, Туҙып ҡала көмөш саң ғына.

Хыял ҡыҙҙың эҙҙәренә төшөп, Елдереү ҙә түгел еңелдән. Шуға, ахыры, өҙөлөрҙәй булып,  Ҡыш  ҡылдары үкһей күңелдә!..

Page 8: ҠЫШ
Page 9: ҠЫШ

  Рәми   Ғарипов   

Ҡыш   әкиәте  Сал  ҡыш  миңә ниҙер һөйләй, Мин шыуған һайын. Ә саңғыһыҙ шыуа күктән Нур ҡойған айым.

Әкиәттәге кеүек урман!.. Кугелйем төҫлө. Ҡарға сумған ҡарағайҙар Шундай хуш еҫле!

Гүйә, күктән ҡайындарға Яуған йондоҙҙар — Ем-ем килеп емелдәшә Елбәҙәк ҡарҙар.

Ә хыял-ҡыҙ, йәш боландай, Алдымдан елә. Ҡыуып етеп, көрткә үҙен Күмәһем килә.

Алһыу алма һымаҡ янған Уның биттәре, Бәҫ һарыған сәс толомон, Күҙ керпектәрен...

Тыйылғыһыҙ шатлыҡ менән Ҡыуам да ҡыуам. Юҡ, мин һине тапмайынса Һис тә туҡтамам!..

Тик һин төштә булһа ла кур Яңғыҙ эҙемде, «Яратам», тип ҡарға яҙған Ҡайнар һүҙемде!..

Page 10: ҠЫШ